+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
10 Апрель 2019, 12:53

«Булмышы – медицина»

8 апрелдән Башҡортостанда «Булмышы – медицина» тигән проект старт алды. Медицина хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреү, был өлкәләге иң яҡшы белгестәрҙе асыҡлау маҡсатында уны республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойоштора.

Тыуған еребеҙҙә үҙ эшенә тоғро, юғары тәжрибәле белгестәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Шулар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре айырым урын тота. Улар кешене тылсымлы ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дә дауалай.

Һәр кемгә үҙ тормошонда табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары менән осрашырға тура килгәне бар. Улар менән бәйле, бәлки, иҫтә ҡалған хәл-ваҡиғаларығыҙ ҙа барҙыр. Аҡ халатлылар ғүмерегеҙҙе ҡотҡарып ҡалған, ниндәйҙер ауырыуҙы еңергә ярҙам иткәнме... Ошолар хаҡында яҙып, министрлыҡ сайтына ебәрә алаһығыҙ.

– Был конкурс түгел, был проектта еңеүселәр булмаясаҡ, һеҙ беҙгә кем тураһында яҙаһығыҙ, улар – еңеүсе, иң-иңдәре. Әйҙә был табиптар тураһында тағы ла күберәк белһендәр, – тиелә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында.

Шулай уҡ балалар араһында һүрәттәр конкурсы ла иғлан ителгән. Улар яратҡан табибын рәсемгә төшөрөргә тейеш. Һүрәт яһауға айырым талаптар юҡ, тик атай-әсәй был эш кемгә арналғанын ҡыҫҡаса яҙып ебәрергә тейеш. Ярыш һөҙөмтәләре июндә – табиптарҙың һөнәри байрамы алдынан билдәләнәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин иң яҡшы 5 эште һайлап алып, бүләктәр тапшырасаҡ.

Табиптар тураһында хәл-ваҡиғаларҙы, балалар һүрәттәрен [email protected] электрон почтаһына йәки Һаулыҡ һаҡлау министрлығының аккаунттарына ебәрә алаһығыҙ.
Читайте нас: