Башҡортостанда 7 мең 500 кеше ҡыҙылсанан прививка яһатмаған, шуларҙың 2 мең 890-ны – балалар, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Был сирҙән берҙән-бер һаҡланыу сараһы булып вакцина эшләтеү тора.
Әйткәндәй, 2018 йылда 35 ҡыҙылса менән ауырыусы теркәлгән, шуларҙың 14-е – 17 йәшкә тиклемге балалар, ә әлеге йыл башынан 4 кеше сирләүе билдәле.
Ауырыуҙың төп билдәләре ниндәй, тиһегеҙме? Тән температураһы күтәрелә, тымау, йүтәл башлана, күҙ ҡыҙарып, йәш аға, яңаҡтың эске яғының өҫкө өлөшөндә ваҡ аҡ таптар күренә башлай. Бер нисә көндән биттә, муйындың өҫ яғында әҫбе ҡалҡа. Тора-бара ул бөтә тән буйлап тарала. Ауырыу үҙенең өҙлөгөүҙәре менән кешегә ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға ваҡытында ҡыҙылсанан прививка яһатырға онотмағыҙ ине.