+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғиме, түгелме?

Дуҫтар, һеҙ туңдырма ашарға яратаһығыҙмы? Эремсек? Яратаһығыҙ, әлбиттә.

Ә бына уларҙы һатып алағанда нимәнән яһалғанын ҡарап та тормайһығыҙҙыр әле. Ә ҡарарға кәрәк. Хәҙер бит магазин кәштәләре тулы тәбиғи булмаған ризыҡтар. Мин, мәҫәлән, һәр ваҡыт ҡаптағы яҙыуҙарҙы уҡыйым, «һөт майын алмаштырыусы менән» йәки «үҫемлек майҙары бар» тигән яҙыу булһа, алмайым.

1 июлдән Рәсәйҙә тәбиғи һөт һәм унан яһалған ризыҡтарҙы магазин кәштәләренә айырым урынлаштырып, «Һөт майын алмаштырыусыһыҙ ризыҡтар» тигән яҙыу ҡуйыу тураһында талап үҙ көсөнә инде. Әммә бөтә һатыу нөктәләрендә быны үтәмәйҙәр әле.
Читайте нас: