Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы хәбәр итеүенсә, йыл һайын донъяла 1,4 миллион баланың ғүмере диарея, пневмония һәм бысраҡ ҡулдар аша йоғоусы башҡа ауырыуҙарҙан өҙөлә. Ҡулдарҙы йыш йыуыу бәләкәстәр араһында киҫкен респиратор сир ваҡытында – 20, киҫкен эсәк инфекцияһы менән сирләгәндә 50 процентҡа үлем осраҡтарын кәметә икән.