Ведомство белгестәре ваҡытында вакцина яһатыуҙың мөһимлеге тураһында ла иҫкәртте.
Быйыл халыҡтың 45 процентына прививка эшләтеләсәк. Улар араһында 418 мең бала, 1 миллион 300 мең өлкән кеше, 2 мең йөклө ҡатын-ҡыҙ.
8 ноябргә республика халҡының 30 процентына прививка эшләтелгән дә инде, шул иҫәптән 1 миллион 127 меңенә "Профилактик прививкалар милли календары" сиктәрендә булһа, 75 мең кеше үҙ аҡсаһына яһатҡан.
Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, киҙеү ғинуарҙан алып мартҡа тиклем дауам итеүе ихтимал.
Сирҙе күп осраҡта балалар йоҡтора ла өйҙәренә ҡайтып, башҡа ғаилә ағзаларын зарарлай, ти ул.
Ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында ла әйтелде кәңәшмәлә. Юҡһа уның пневмонияға килтереү ҡурҡынысы бар.
Грипты иҫкәртеү өсөн прививка эшләтеүҙән тыш, сынығырға, күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк, ти белгестәр.