+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
28 Ноябрь 2019, 18:10

«Туҡта, ВИЧ/СПИД!»

Башҡортостанда «Туҡта, ВИЧ/СПИД!» Бөтә Рәсәй акцияһы бара.

Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан эшләүсе йәштәр, студенттар өсөн төрлө иҫкәртеү саралары ойошторола. Иртәгә, 29 ноябрҙә, 16.30 – 18.30 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк акцияла йәштәр аноним рәүештә һәм бушлай экспресс-тест бирә ала, һөҙөмтәһе бер нисә минутта әҙер була. Консультация алыу мөмкинлеге буласаҡ, был сир, унан һаҡланыу тураһында мәғлүмәт яҙылған буклеттар таратыла. ВИЧ инфекцияһы тураһында спектакль күрһәтеләсәк.
«Туҡта, ВИЧ/СПИД!» акцияһының төп маҡсаты: халыҡҡа был яман сир тураһында мәғлүмәт биреү, уны иҫкәртеү.
Читайте нас: