-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
12 Декабрь 2019, 14:55

Нисек ауырымаҫҡа?

Уҡыу йылының II сиреге былай ҙа иң ҡыҫҡаһы, өҫтәүенә мәктәптәрҙе карантинға ябыуҙары ихтимал.

Cөнки Рәсәйҙә киҫкен респиратор вируслы ауырыусылар күбәйгән. Был көндәрҙең йылы тороуына ла бәйлелер инде, һаман да сатлама һыуыҡлы, ап-аҡ ҡарлы ҡыш килмәй бит. Бөтә донъяны сафландырып ебәрер ине.
Өфөлә лә сир йоҡтороусы балалар байтаҡ. Ауырыған килеш мәктәпкә барһаң, бүтән иптәштәреңде лә сирләтеп ҡуйыуың бар, шуға һауыҡҡансы өйҙә ултырырға кәрәк.
Күптәр һыуыҡ тейҙереүҙе грипп тип дөйөмләштерә лә ҡуя. Грипп нимә менән айырыла һуң? Ул тән температураһының 38 – 40 градусҡаса күтәрелеүе менән башлана, хәлһеҙлек, бөтә тән һыҙлауы, баш ауыртыуы, әйләнеүе күҙәтелә, яҡтыға ҡарап булмай. Ҡоҫоу, эс китеү булырға мөмкин. Ә бына ҡоро йүткереү икенсе көнөнә генә барлыҡҡа килә. Киҫкен вируслы респиратор ауырыу иһә танауҙан ағыу, йүткереүҙән башлана, тамаҡ ауырта, тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә. Нисек кенә ауырыһаң да, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өҙлөгөп ҡуймағыҙ.
Иң һәйбәте сирҙе йоҡтормаҫҡа тырышыу инде. Күберәк саф һауала йөрөү, сынығыу, витаминлы аҙыҡтар менән туҡланыу, лимонлы сәй, компоттар эсеү, көйәләнмәү, һуған, һарымһаҡ менән дуҫ булыу. Өйөгөҙҙө даими елләтеп тороу ҙа һеҙгә ауырымаҫҡа ярҙам итер.
Читайте нас: