+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
27 Декабрь 2019, 17:15

Кәнфитте күп ашамағыҙ

Яңы йыл ваҡытында күп балалар аллергия йә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан йонсой торған.

Әле был юлы кемегеҙгә күпме кәнфит эләкте: атайҙың, әсәйҙең эшенән, синыфтан Ҡыш бабай күстәнәсе – ярты килограмдан ғына иҫәпләгеҙ әле. Шуны күп балалар тиҙ арала ашап бөтә. Ә бит тәм-том тештәргә генә түгел, ашҡаҙанға, нервы системаһына ла зыянлы. Аллергия тыуҙыра, иммунитетты ла түбәнәйтә. Тиҙ үҙләштерелә торған ризыҡтар – кәнфит, шоколад, мармелад, печенье һәм башҡалар организмға күпләп глюкоза бирә.
3 йәшкә тиклемге балаларға тәм-томды бөтөнләй ашатмаһаң да була. Улар глюкозаны бутҡа, макарон, емештәрҙән дә етерлек кимәлдә ала. Кәнфит, шоколадты кипкән емештәр менән алмаштырыу файҙалы. Шәкәрҙе әҙерәк һалып, өйҙә тәмлекәстәр бешереү ҙә отошло.
Читайте нас: