+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
2 Ғинуар 2020, 14:00

"Әсәй, каникулда бургер ашарға барайыҡ"

Фри картуфы, бургер, твистер, газлы һыуҙар... Организмға нисек кенә зыянлы булмаһын, был аҙыҡтарҙы мәктәп уҡыусылары барыбер яратып ашай.

"Рәсәй уҡыусыларының 78 проценты газлы эсемлектәр эсеүен, фастфуд ҡулланыуын асыҡланыҡ. Улар өйҙә, мәктәптә генә туҡланмай, тиҙ туҡланыу урындарында ла һыйланыуҙарын белдек. Бындай аҙыҡтар иһә һимереүгә һәм эндокрин ауырыуҙарына килтерә", ― тип белдерҙе Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова. Һорау алыуҙа 15 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Балаларҙың туҡланыуын яңы аяҡ баҫҡан 2020 йылда ла тикшереүҙе дауам итәсәкбеҙ, балалар рационы буйынса тәҡдимдәр ҙә индерҙек, тип тә өҫтәне етәксе.
Читайте нас: