21 ғинуарға бөтәһе 291 сирле теркәлгән. Уларҙың 287-һе – Ҡытайҙан, икәүһе – Таиландтан, берәре – Япониянан һәм Көнъяҡ Кореянан. Дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Бигерәк тә коронавирус арҡаһында пневмония башланыуы хәүефле. Йоғошло сирҙең билдәләре – баш ауыртыуы, танауҙан ағыу, йүткереү, тамаҡ ауыртыу, хәлһеҙлек, юғары температура. Выл вирустың кешенән-кешегә йоғоуын асыҡлағандар.