+8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер генә кабинетта уҡыйҙар

Өфө ҡала хакимиәте матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың белем усаҡтарында 17 марттан кабинеттан кабинетҡа күсеп йөрөп уҡыу туҡтатыласаҡ.

Һәр синыф өсөн дәрестәр бер бүмәлә генә алып барыласаҡ. Әлбиттә, коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында. Шулай уҡ мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын йыйыштырғанда вирустарға ҡаршы махсус иретмәләр ҡулланырға ҡушыла. Өҫтәл, ултырғыс өҫтәрен, ишек тотҡаларын һәм башҡа күмәк кеше ҡулланған урындарҙы дезинфекциялауға айырыуса иғтибар итеү талап ителә.
Һәр кемгә смартфондарын да даими һөртөп торорға кәрәк.
Читайте нас: