Бөтә яңылыҡтар

Битлектәр Башҡортостанда тегеләсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса коронавирус тураһында көнүҙәк мәғлүмәтте еткереү өсөн көн һайын ике тапҡыр брифинг үткәрелә. Бөгөн нимәләр билдәле булды һуң?

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 18 март иртәһенә ҡарата республикала коронавирус теркәлгән осраҡ юҡ. Әле 48 кеше дауаханала, уларҙың 8-е – балалар. Бөтәһе лә тейешле тикшереү, дауалау курсы үтә. 46-һында яңы вирус юҡлығы иҫбатланған, тағы икәүһенең анализ һөҙөмтәләре билдәле түгел әле.
Әйткәндәй, коронавирусҡа тест табип йүнәлтмәһе менән генә үткәрелә һәм биологик материал алынғас, Өфөләге «Гигиена һәм эпидемиолоия үҙәге»нә тикшереүгә ебәрелә. Бер тәүлек эсендә һөҙөмтә әҙер була, уны дауалаусы табиптан белергә мөмкин. Был процедура, нигеҙҙә, эпидемия таралған илдәрҙән ҡайтҡан кешеләргә ҡағыла.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡағылышлы һорауҙар буйынса ҡыҙыу бәйләнеш телефондары эшләй: 8 (347) 286 58 27, 8(347) 279 91 20. Бер тәүлектә 606 шылтыратыу булған.
Башҡортостан Башлығы идаралығының социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәр буйынса бүлегенән Гөлназ Кәлимуллина белдереүенсә, халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – битлектәр етешмәү. Быға яуап итеп, Максим Забелин үҙебеҙҙең республикала битлектәр сығарыла башлауы тураһында хәбәр итте. Улар Өфөлә «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһында марлянан тегеләсәк, өсәр битлек бергә һалынып, дәүләт аптекаларында һатыласаҡ. Уларҙы 2 – 3 сәғәт кенә ҡулланырға мөмкин. Шунан дезинфекция үткәрелә, йылы һыуҙа һабынлап йыуып, 10 – 15 минут ҡайнатырға, кипкәс, үтекләргә кәрәк.
Читайте нас в