+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иммунитетты ҡаҡшатмайыҡ!

Көн дә коронавирус тураһында мәғлүмәт уҡып, тыңлап ялҡып, арып та киткәнһегеҙҙер инде. Эйе, был турала бөтә донъя шаулай.

Өҫтәүенә, нефткә хаҡ төштө, һум да долларға һәм евроға ҡарата осһоҙланды. Студенттар дистанцион уҡыуға күсә, ҡала транспорттары ла бушап ҡалған кеүек.
Әммә күңелһеҙләнеп, интернеттан коронавирус тураһында яңы мәғлүмәттәр эҙләп, ҡурҡып ултырырға ярамай. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү иммунитетты ҡаҡшата, тиҙәр бит. Иң һәйбәте – яратҡан, файҙалы шөғөлдәр менән булыу. Рәхәтләнеп яратҡан китаптарығыҙҙы ҡулға алырға мөмкин.
Был афәткә ҡаршы көрәшебеҙ иһә үҙебеҙҙе һаҡлауҙан ғибарәт. Ауырымаҫ өсөн ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәйек, кеше күп йөрөгән урындарға бармайыҡ. Ә донъяла барған дөйөм хәлдәрҙе барыбер үҙгәртә алмайбыҙ, тынысланып китер әле, көтәйек. Ана, Роспотребнадзор, «Вектор» фәнни үҙәгендә вакцина уйлап сығарғандар, тип белдергән. Әле лаборатория хайуандары менән тәжрибә үткәрәләр икән. Файҙаһын, кире йоғонтоларын асыҡлайҙар инде.
Бөтәһе лә яҡшы булыр, Алла бирһә!
Читайте нас: