Фондҡа мөрәжәғәт итер алдынан иң тәүҙә уның сайтына инеп, ҡағиҙәләр менән танышырға кәрәк: http://izgelek.com/ Әле, мәҫәлән, иң беренсе сиратта, онкологик, генетик сирле, ағзалары үҫешендә аномалиялар күҙәтелгәндәргә ярҙам күрһәтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт сайттың «Нисек ярҙам алырға» тигән бүлегендә бирелгән. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 246 23 68, E-mail: info@izgelek.com.
– Тормошта иң мөһиме һаулыҡ икәнен онотмайыҡ. Атай-әсәйҙәр балаларының сәләмәтлегенә ныҡ иғтибарлы булһын ине. «Изгелек» хәйриә фондының тәжрибәһенән сығып әйткәндә, ваҡытында ҡуйылған дөрөҫ диагноз күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап алып ҡала. Балаңдың һаулығы, ғүмере өсөн көрәшергә кәрәк. Беҙҙең фондҡа ярҙам һорап бик һуң мөрәжәғәт итеүселәр бар. Ә бит ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйылһа, яман шеш ауырыуынан да 85 процент сирлеләрҙе дауалап була, – ти «Изгелек» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Рәүфә Рәхимова.