Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы шунда төҙөләсәк икән. Ил кимәлендә төрлө саралар күрелһә лә, коронавирустың яңы төрөнөң ил төбәктәрендә артабан да таралыу хәүефе кәмемәй. Был, иң беренсе сиратта, сит илдәрҙән вирус эләктереп ҡайтыусы граждандар менән бәйле.
Әйткәндәй, Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голикова әйтеүенсә, һуңғы тәүлектә илдә SFRS-CoV-2 йоҡтороусылар 163-кә артҡан, шуларҙың 120-һе Мәскәүҙә. Хәҙер Рәсәйҙә бөтәһе 658 кеше сирләй. Бөтәһе лә һуңғы арала сит илдәрҙән ҡайтҡан.
25 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, донъяла 424 мең кеше коронавирус менән сирләгән, 18 меңдән ашыуының ғүмере өҙөлгән, 109 меңе һауыҡҡан.