+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
9 Апрель 2020, 15:09

"Тажлы вирус"ты иҫкәртеү маҡсатында балалар өсөн "комендант сәғәте" индерелә

Башҡортостанда үҙизоляция режимын һаҡлау буйынса контроль көсәйтелә. Был турала бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.

Кем талаптарҙы үтәмәй, бер кемде лә йәлләп тормаясаҡтар, штраф һаласаҡтар. Балалар өсөн уны, әлбиттә, атай-әсәйҙәр түләйәсәк. Шулай итеп, балаларға һәм 65 йәштән өлкәндәргә ҡарата "комендант сәғәте" индерелә. Уҡыусыларға киске 18 сәғәттән көндөҙгө 13 сәғәткә тиклем урамға сығырға ярамай. Был, әлбиттә, ҡалған ваҡытта урамда йөрөргә мөмкин тигәнде аңлатмай: балаларға 13 сәғәттән киске 6-ға тиклем атай-әсәйҙәренең һорауы буйынса иң яҡын магазинға йә аптекаға барып килергә, сүп-сар түгергә рөхсәт ителә. "Балалар өйҙә ултырырға тейеш. Уларҙың уҡыуы башланды. Шуға ла урындағы ваҡыт менән 18 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа тейештәр", - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ ул биләмәләрҙә патрулде көсәйтергә ҡушты.
Урамдарҙа әленән-әле өлкән йәштәгеләр ҙә күренә. Улар киске 6-нан иртәнге 10-ға тиклем өйҙә генә ултырырға тейеш. Әйткәндәй, оло йәштәгеләр өсөсн ҡыҙыу бәйләнеш тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уның һандары: 8 800 200 34-11. Ниндәй ярҙам кәрәк, рәхим итеп шылтыратырға мөмкин.
Был тәүлектә Рәсәйҙә 1 мең 459 инфекция йөрөтөүсе барлығы асыҡланған, бөтәһе 10 меңдән ашып китте. Миллиондан ашыу тест эшләнгән. Башҡортостанда ла төрлө төбәктәрҙә COVID-19 вирусын йөрөтөүселәр барлығы билдәләнде. 9 апрелгә уларҙың һаны 22-гә еткән.
Мәскәүҙән ҡайтыусылар Өфөгә килеп төшөү менән мотлаҡ "Тажлы вирус"ҡа тест бирергә һәм ике аҙнаға үҙизоляцияға китергә тейеш.
Читайте нас: