Шулай итеп, республика буйынса бөтә сирлеләр һаны 84-кә етте. Уларҙың 62-һе дауаханаларға һалынған. Өфөләге йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында - 31, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында - 11, Дим районындағы дауаханала - 6 пациент. Тағы Дөртөйлө, Күмертау, Сибай, Октябрьский ҡалаларында һәм Иҫәнғолда - берәр, Бәләбәйҙә - 4, Бөрөлә - 3, Стәрлетамаҡта 2 коронавирус йоҡторған ауырыу дауалана.