Гигиена һәм эпидемиология мәғлүмәттәре буйынса, 13 апрелгә ҡарата 44 кешенән анализ алынған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 16 пациентҡа күберәк. Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр күберәк мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә.
Йыл һайын талпан энцефалитынан сирләүселәрҙең 2 проценты үлә, 40 проценты эшкә һәләтлелеген юғалта. Шуға белгестәр талпандар булған урындарҙа йөрөгәндә тәнде ҡаплаған кейем кейергә, бөтә һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә.