+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
14 Апрель 2020, 19:06

Иң хәүефле урын ҡайҙа?

Коронавирус пандемияһы ваҡытында вирус йоҡтороу ҡурҡынысы янаған иң хәүефле урындар тураһында медицина фәндәре кандидаты Владимир Зайцев фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Беренсе урында – дарыуханалар. Сөнки унда күберәк сирле кешеләр йөрөй. Теге йәки был дарыу тураһында һорашып, оҙаҡ тороп, сират йыйылып китә. Урын тар булғас, аралыҡ һаҡлау мөмкинлеге юҡ. Шуға битлек кейеп, танауға вирусҡа ҡаршы май һөртөп кенә барырға кәрәк. Алаһы дарыуҙар, аналогтары тураһында алдан уҡ интернет аша мәғлүмәт туплағыҙ. Кеше әҙерәк ваҡытты һайларға тырышығыҙ. Ингәндә, сыҡҡанда ҡулдарығыҙҙы махсус шыйыҡса менән зарарһыҙландырығыҙ.
Магазин – хәүеф буйынса икенсе урында. Үҙегеҙ менән антисептик алып йөрөгөҙ. Ҡаптарға һалып сығарылған аҙыҡ – түлеккә өҫтөнлөк бирегеҙ. Бер барғанда бер нисә көнгә етерлек итеп алығыҙ.
Автомобилдәргә бензин ҡойоу урындарында бер үк пистолетты нисә кеше тота? Унда ла һаҡ булырға кәрәк.
Эттәрҙе урамға алып сығып та вирус эйәртеп инеүең ихтимал. Уларҙың дә тәпәйҙәрең йыуырға тура килер. Сүп-сар сығарғандан һуң да ҡулдарҙы ныҡлап йыуырға кәрәк.
Читайте нас: