Хәтерегеҙҙәлер, үткән аҙнала республика Башлығы Радий Хәбиров балалар өсөн тәғәйенләнгән йыйылма менән танышып, унда үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең булмауына ризаһыҙлығын белдергәйне. Республика етәксеһенең шелтәһенән һуң хаталар төҙәтелде.
– Айырым тәьмин итеп тороусыларҙың йыйылмалағы аҙыҡ-түлектең күләмен кәметеүҙәре тураһында ла имеш-мимештәр килеп етә. Бының буйынса ҡаты күҙәтеү алып барырға кәрәк. Бындай осраҡтар асыҡланһа, бер нигә ҡарамай, урында уҡ килешеүҙәрҙе өҙәсәкбеҙ, – тип тә билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.