+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
17 Апрель 2020, 12:16

Һәр ваҡыт сәләмәтлек һағында

Мин һеҙгә ауылыбыҙҙағы гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, сәләмәтлек һағында тороусы изге күңелле фельдшерыбыҙ Миңлебикә Тулыбаева хаҡында яҙырға булдым.

Ул кескәй сағынан табип булырға теләй. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, 1981 йылда Белорет медицина училищеһын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, тыуған ауылы Әбделмәмбәткә эшкә ҡайта. Бер йылдан һуң Мораҙым фельдшерлыҡ пунктына күсерәләр. Сабыр, мәрхәмәтле, тырыш йәш белгесте ауыл кешеләре тиҙ арала үҙ итә.

Халыҡ ихтирамын, ышанысын яулаған Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы тормош иптәшен дә ошонда осрата. Рәмил Рауил улы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Оло ҡыҙҙары Ләйсән бейеүсегә уҡыһа, Лиә менән Гүзәл әсәйҙәре юлынан китеп, икеһе лә – шәфҡәт туташтары. Ата-әсәһен бәхетле олатай-өләсәй итеп, гөрләтеп донъя көтә улар.

Тәртип тупһанан башлана, тиҙәр. Уларҙың йорто гөл-сәскәләргә күмелеп, балҡып ултыра. Кәртә тулы ишле мал, бал ҡорто ла көтә булдыҡлы, тырыш хужалар.

Утыҙ туғыҙ йыл сәләмәтлек һағында тороусы изге күңелле фельдшерыбыҙ кешенең кемлегенә ҡарамаҫтан, ауырыуҙарҙы бер тигеҙ күреп, күңелен биреп, ихлас дауалай. Ашығыс ярҙам кәрәк булғанда Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы төн уртаһында ла, байрамдарҙа ла тормош иптәше Рәмил Рауил улы менән үҙ машинаһында ауырыу янына ашыға. Уның һәр ваҡыт шат, көләс йөҙөндәге йылмайыуҙы күргәс тә бөтә ауыртыуҙарың баҫылғандай була.

Гиппократ антына тоғро ҡалыусы, әлеге көндә юғары категориялы фельдшерыбыҙ республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Күп кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыусы Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ.

Әле бына уның өсөн тынғыһыҙ, яуаплы мәл етте. Коронавирус ҡотора. Миңлебикә апайыбыҙ һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.

Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: