Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Японияла яһалған электроэнцефалограф NeuroFax EEG-1200К – юғары эксперт класлы һанлы система, ҡулланыуҙа ла бик ябай. Дауалаусы табип ЭЭГ-тест үткәреүҙе быума тотҡанда, мейелә шеш табылғанда, баш йәрәхәтләнгәндә, йыш ҡына баш әйләнгәндә, аңды юғалтҡанда, йоҡлай алмай яфаланғанда тәғәйенләй.
Шулай уҡ милли проектҡа ярашлы, балалар поликлиникаһы бинокуляр офтальмоскоплы ла булды. Ул күҙ төбөн тикшереү, күреү нервыһының селтәрле шекәрәһендәге патологияны, балаларҙың, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың күреү органдарында ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн ҡулланыласаҡ.