"Ҡыш көнө Филиппинда булғанда, йүткереп йөрөгәйнем, әммә артыҡ иғтибар бирмәгәйнем", – ти ул.
Шулай итеп, тиҙҙән COVID-19 вирусы барлығын-юҡлығын ғына түгел, коронавирус менән ауырығанһыңмы-юҡмы икәнлекте лә белеп буласаҡ. Был турала вирусолог Александр Семёнов "Известия" гәзитенә биргән интервьюһында әйткән. Рәсәйҙә бер ай ярымдан теләгән кешеләргә шундай тестар эшләй башлаясаҡтар. Сөнки, белгестәр әйтеүенсә, коронавирус табылғандарҙың күбеһендә сир билдәләре бөтөнләй һиҙелмәй.