+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡасан өйҙән сығырбыҙ?

Бар тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгәндә, ҡояш та йомартыраҡ ҡыҙҙырғанда, өйҙә ултырыуы тағы ла ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле индерелгән сикләүҙәрҙән сығырға ашығырға ярамай, ти белгестәр.

Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, вирусолог Феликс Ершов, сирҙең мотлаҡ Рәсәйҙә таралыу үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоторға кәрәк, тип белдерә: «Беҙҙең ил ҙур, күп милләтле, төрлө ғөрөф-ғәҙәтле халыҡтар йәшәй. Төбәктәрҙә кеше һаны ла, медицина кимәле лә төрлө. Мәскәүҙә коронавирус юғары нөктәһенә еткәндә, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта үлем осраҡтары бик аҙ. Шулай булғас, унда ҡурҡыу тойғоһо ла юҡ.»
Академик, сикләүҙәрҙән сығыуҙы Мәскәү ҡалаһынан башларға кәрәк, тип иҫәпләй. Ғөмүмән, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә Рәсәйҙең бүтән төбәктәре баш ҡала өлгөһөнә эйәрергә тейеш.
Эпидемиянан сығыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар икән. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова әйтеүенсә, иң һуңынан ғына күмәк кеше йыйылған ҙур сараларҙы үткәрергә рөхсәт ителәсәк. Йәғни, сикләүҙәр нимә менән башланған шул сара менән тамамланырға тейеш. Ә иң беренсе беҙгә нимә рөхсәт ителәсәк? Урамда ике-өс кеше генә йәки балалар менән йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә, йәғни йүгерергә.
12 майҙан һуң сикләүҙәрҙе йомшартырҙармы икән әле, тағы көсәйтеп ҡуймаһындар. Бөтәһе лә эпидемиологик хәлгә бәйле.
Читайте нас: