Рәсәй буйынса 4 июнгә ҡарата мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, коронавирустың 8 мең 831 яңы осрағы теркәлгән, 8 мең 666 кеше һауығып сыҡҡан, 169-ы вафат булған.
Һуңғы ваҡытта коронавирустың Дағстандағы кеүек ғаиләләрҙә таралыуы күҙәтелә икән. Күберәк өлкәндәр сирләй. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына белдергән. "Был, бәлки, вахта ысулы менән эшләүселәрҙең күпләп ҡайтыуы менән бәйлелер", - тигән ул. Табиптар әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр вирус йөрөтә, әммә үҙҙәрендә ауырыуҙың клиник билдәләре күренмәй. Ә өлкән йәштәгеләргә йоҡторһалар, улар сирҙе бик ауыр кисерә.