Диетологтар белдереүенсә, имбир эсәктәрҙең эшләүенә яҡшы тәьҫир итә, ауырыуҙарҙың килеп сығыуын кәметә, шулай уҡ яман шеш үҫешенә юл ҡуймай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, күңел болғаныуын, эс ташыуын бөтөрә, ашҡаҙан сирҙәренән ярҙам итә, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә. Шулай уҡ артрит кеүек ауырыуҙарҙа һыҙланыуҙы ла баҫа. Белгестәр уның шешеүгә ҡаршы көслө үҙенсәлеген дә билдәләгән.