+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорормо ҡороғорвирус?

Әле коронавирус пандемияһының беренсе тулҡыны үтмәгән, икенсеһе лә буласаҡ, тип ҡурҡыталар. Ә Ҡытайҙа ике ай буйы бер яңы осраҡ та теркәлмәгәндән һуң 11 июндә Пекинда тағы был сирҙе йоҡтороусылар асыҡланған.

Икенсе тулҡынмы был?
Вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәй халҡына көҙ көнө лә битлектәрҙән, антисептиктарҙан айырылылмаҫҡа тура килер, тип белдергән. Был сара коронавирус инфекцияһының таралмауынан, шулай уҡ был миҙгелдә була торған һыуыҡ тейҙереүҙән, гриптан, пневмониянан һаҡлаясаҡ, тигән ул Беренсе каналға биргән интервьюһында. Шулай итеп, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәҫ, әүҙемлеген генә кәметерме икән?
Читайте нас: