+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәйге селләнән һаҡланығыҙ!

Быйылғы июль Башҡортостан халҡын эҫелеге менән аптырата. Гидрометеоролия, үҙәге был аҙнала ла урыны менән хатта 38 градус буласаҡ, тип хәбәр итә.

Йәйге селләнән нисек һаҡланырға һуң? Ҡояш нурҙары иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем бигерәк тә зарарлы була. Ошо ваҡыт арауығында урамға сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Эҫе һуҡмаһын өсөн башығыҙға кейеп йөрөргә кәрәк. Өҫтөгөҙгә лә тәбиғи еңел туҡыманан тегелгән аҡһыл төҫтәге кейемдәр кейеү яҡшыраҡ. Хатта сығарылыш синыфы уҡыусыларына ла Берҙәм дәүләт имтиханына футболка, шортыларҙа килергә рөхсәт иттеләр.
Эҫе көндәрҙә туҡланыуҙы ла үҙгәртергә тура килә. Майлы ризыҡтарҙан баш тартып, күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашарға кәңәш ителә. Ҡайнаған һыу, йәшел сәй файҙалы. Организмдағы шыйыҡлыҡ күләме әҙәйеүгә юл ҡуймағыҙ, был һаулыҡ өсөн бик насар.
Йәйге селләне иҫан-һау үткәреп ебәрергә яҙһын.
Фото: nastol.com.ua
Читайте нас: