-21 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡасан бөтөр икән был "тажлы" вирус?

Көндән – көн "тажлы" вирус хаҡында төрлө мәғлүмәттәр ишетәбеҙ. Ышанырғамы, барыһын да ысынға алырғамы, тип тә уйлайбыҙ. Бына яҙыусы, танылған журналист Хәйҙәр Тапаҡовтың яҙғандарын уҡып, бер аҙ уйланып алһаҡ, бер ҙә артыҡ булмаҫ.

Дуҫтарым! Әйтер һүҙем һаман да шул коронавирус хаҡында. Мин бит медицина хеҙмәткәре, кәңәшемә ҡолаҡ һалығыҙ. Хәлдәр шәптән түгел. Беҙҙәге күрһәткестәр ҙә үтә шартлы: коронавирус кәмей, ә бына пневмония, республикала үткән йыл менән сағыштырғанда 6 тапҡырға артып киткән. Ул да шул уҡ йоғошло бер сирҙең сығанағы, туберкулез тыуҙырыусы Кох таяҡсалары һымаҡ. Тыуған ауылым Һабырҙа хәлдәр шәптән түгел, сирләүселәр күп. Көн һайын шылтыратып хәлдәрен беләм, кәңәштәремде бирәм, ҡулымдан килгәне шул ғына, башҡа сарам юҡ. Сир башҡа ауылдарға таралып китмәһен, тип шөбһәләнәм. Ауылдарҙа хәлдәрҙе күреп беләһегеҙ бит, һөйләп тораһы ла түгел. Был осраҡта нимә кәңәш итә алам: 1. Яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, балаларығыҙҙы, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡурсалағыҙ. 2. Ҡунаҡ-йыйындарҙы, аралашыуҙарҙы, хәл-әхүәлләшеүҙәрҙе сикләгеҙ, байрам итергә өлгөрөрһөгөҙ. 3. Йәмәғәт урындарына сыҡһағыҙ битлек, бирсәткә кейегеҙ, арауыҡ һаҡлағыҙ. 4. Ҡулдарығыҙҙы, биттәрегеҙҙе, танау тишектәрен урамда йөрөп ингәндән һуң кер һабыны менән эшкәртегеҙ, йыуығыҙ. 5. Көнөнә өс тапҡыр өс тырнаҡ һарымһаҡ ашағыҙ, суҡлы әрем төнәтмәһен уртлап эсеп йөрөгөҙ. 6. Йортоғоҙҙа даими рәүештә артыш төтәтеп алығыҙ. 7. Тамаҡтарығыҙ, тын юлдарығыҙ әсеттереп торһа, температурағыҙ булмаған осраҡта, бөркәнеп аш содаһының, әрсемәй бешерелгән картуфтың быуын тирләгәнсе еҫкәгеҙ. 8. Ишек тотҡаларын, иҙәнде "Белизна" менән һөртөп һәм йыуып алығыҙ, сөнки ул шыйыҡсала хлор ҡатнашмаһы бар. Коронавирус ҡасандыр беҙҙе баҫып алған Колорада ҡуңыҙы ише китмәҫ өсөн килде. Ошо ауыр шарттарға теләйһеңме быны, әллә юҡмы, өйрәнергә һәм күнергә ҡала. Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда, медицина сикләүҙәрен дә онотмағыҙ, сөнки кеше организмы бер иш түгел. Әгәр мәле етеп прививка һалырға тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ, һәр мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк, чип тураһында хәбәр ҡуйыртыуҙары, прививкаларҙың зыяны хаҡындағы кире һаплауҙар бары әкиәт кенә. Рәсәйҙә, башҡа илдәр менән сағыштырғанда ауырыу осраҡтары түбән, сөнки беҙгә бала саҡта БЦЖ прививкаларҙың яһағандар ине бит, ҡайһы кимәлдә, ана шул сара халыҡты һаҡлап алып ҡалды. Ауырыу хаҡында уйламағыҙ, һәр хәлдә уйламаҫҡа тырышығыҙ, сөнки күңел төшөнкөлөгө – насар юлдаш. Һәммәгеҙгә лә сәләмәтлек теләйем, имен-аман йәшәгеҙ! Иҫкәртәм, бәлә эргәгеҙҙә, һеҙҙе аңдып ҡына йөрөй, шуны һис ҡасан онотмағыҙ! Шулай ҙа, әҙәм балаһын бит өмөт йәшәтә, яҡшыға, матурлыҡҡа инанайыҡ, иртән тағы ла ҡояш ҡалҡырын көтөп йәшәйек, һеҙҙе һәр ерҙә, ҡайҙа ла Аллам һаҡлаһын һәм ҡурсалаһын!
Читайте нас в