+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
6 Август 2020, 14:08

Балалар ҙа ауырый

Ҡороғорвирус менән балалар ҙа ауырый. Ярай әле улар сирҙе еңелерәк йәки бер ниндәй билдәһеҙ үткәрә. Әммә вирусты таратыусы булараҡ, өлөштәре ҙур.

Өфөләге тиҙ ярҙам күрһәтеү дауаханаһының табип-педиатры Раян Ҡасҡынбаев белдереүенсә, майҙан бирле 8 балала коронавирус булыуы асыҡланған. 3 йәшкә тиклемге һәм хроник ауырыуы булған балалар хәүеф төркөмөнә ҡарай.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус менән иң күп ауырыусылар Өфөлә: 2 мең 640 кеше. Унан ҡала Нефтекама (514) һәм Бәләбәй (303). Бөрйән һәм Йылайыр райондарында, Межьгорьела иң әҙе икән.
Әйткәндәй, 5 августа Краснодар крайында 117 яңы осраҡ теркәлгән. Унан алдағы көндә 119 булғайны. Был, моғайын, туристарҙың күбәйеүе менән бәйлелер. Краснодар крайы хакимиәте белдереүенсә, бер тәүлектә 14 йәшкә тиклемге 11 балала инфекция табылған.
Читайте нас: