Медицина фәндәре докторы, эпидемиолог, вируслы инфекцияларҙы профилактикалау һәм контролдә тотоу өлкәһендәге эксперт Михаил Фаворов белдереүенсә, көҙгөһөн донъяла коронавирустың икенсе тулҡыны көтөлә, дөрөҫөрәге миҙгел сирҙәре, йәғни вируслы инфекциялар көсәйгән осорҙа коронавирус та ситтә ҡалмаясаҡ. Шуныһы насар, яҙ көнө генә килеп ингән был яңы вирусты эләктереүселәр араһында үлем осраҡтары күберәк. Октябрҙә коронавирус йоҡтороусылар сирҙе ауырыраҡ үткәрәсәк, ти Фаворов.
Битлек кейеп йөрөү иһә, уның фекеренсә, алдағы ике йыл буйына көнүҙәк булып ҡаласаҡ. Был вирустан һаҡлай. Һиндә сир бар икән, бүтәндәргә йоҡтормау өсөн дә кәрәк.
Фаворов интервьюһында: "Октябрҙә март-апрель айҙарындағы кеүек булыуы бар. Мин хаҡлы түгел икән, бик бәхетле булыр инем," - тигән. Көҙгә тағы өйҙән сыҡмай ултырырға тура килерме? Сирҙән һаҡланыу өсөн шулай кәрәк булһа, ни хәл итәһең...