+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
13 Август 2020, 14:45

COVID-19-тан вакцина һәм балалар.

Николай Гамалея исемендәге Миллии тикшеренеү үҙәгендә балаларҙа COVID-19-ҙан вакцина буйынса клиник тикшереүгә рөхсәт алыу өсөн документ әҙерләйҙәр икән.

Институттың етәксеһе Александр Гинцбург белдереүенсә, был эштә илдең алдынғы педиатрия учреждениелары ҡатнаша. Уларҙың балалар өсөн яңы дарыу препараттарын клиник тикшереү өлкәһендә тәжрибәләре ҙур.
Вакцинаны өлкәндәрҙә тикшереп ҡарағандан һуң ғына балалар өсөн вариантына тотонорға уйлайҙар. Тимәк 4 - 6 ай ваҡыт үтәсәк әле. Тикшеренеүҙәрҙе 14 - 18 йәштәге балаларҙан башламаҡсылар.
Фото: Дмитрий Куракин.
Читайте нас: