+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
24 Сентябрь 2020, 14:45

Баймаҡтар сәләмәт тормош яҡлы!

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Улар республикала уҙғарылған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әле ауыл биләмәһендә еңел атлетика буйынса #Милләттәр2020 кроссы ярышы үтте.

Унда олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Ярыштар мәктәпкәсә йәштәгеләр, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында ойошторолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр – 200 метр, ололар 500 метр аралыҡта үҙ-ара көс һынашты. Ярыш бик сәмле барҙы, һәр кем еңергә, беренселекте алырға тырышты. Ауыл халҡына ярыш бик ныҡ оҡшаны. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр алып, ҡыуанышып өйҙәренә таралышты. Маладистар!
Читайте нас: