+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
24 Сентябрь 2020, 11:35

Коронавирус китергә ашыҡмай

Коронавирус китергә ашыҡмай. Улай ғына ла түгел, Рәсәйҙә бер тәүлектә сирләүселәр һаны тағы июлдәге кеүек 6 меңдән ашты.

Мәктәптәрҙә карантинға ябылған синыфтар арта. Актёрҙар ҙа COVID-19 вирусын йоҡтороу сәбәпле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрҙары спектаклдәре кисектерелде. Ә Бөрйән районы уҡыусылары бөтәһе лә дистанцион уҡыуға күсте. Унда ла карантин, сөнки сирләүселәр бар, сикләүҙәр төбәктә коронавирус аҙып китмәһен өсөн индерелә.
Самолёт менән сит илдәрҙән ҡайтыусылар анализ биреп, һөҙөмтәләре әҙер булғансы өйҙә ултырырға тейеш була. Илдең баш санитар табибы Анна Попованың күрһәтмәһе шундай.
Тиҙҙән грипп, киҫкен респиратор ауырыуҙар миҙгеле лә етер. Һаҡланыу сараларын үтәйек. Һыуыҡ үткәреп, коронавирусы ла ҡушылып китһә, Алла һаҡлаһын. Иммунитетты күтәрәйек, бының өсөн дөрөҫ туҡланайыҡ, юҡҡа-барға көймәйек. Һауа торошона ярашлы кейенәйек, өшөмәйек. Битлек режимын да онотмайыҡ. Күмәк кеше йыйылған урындарға йөрөмәй тороу ҙа һәйбәтерәк.
Читайте нас: