+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
29 Сентябрь 2020, 13:36

Мәскәү уҡыусылары ике аҙналыҡ каникулға сыға

Мәскәүҙең бөтә уҡыусылары 5 октябрҙән 18-енә тиклем ике аҙналыҡ каникулға ебәрелә. Ҡала мэры Сергей Собянин бөгөн был турала үҙенең блогында ла яҙған: "Санитар табиптар кәңәше буйынса, һыуыҡ тейҙереп ауырыуҙарҙың күбәйеүен, ковид йоҡтороусылар һаны артыуын иҫәпкә алып, ошондай ҡарарға килдем."

Үткән аҙна аҙағында уҡ Мәскәүҙә коронавирус пандемияһы сәбәпле, 65 йәштән өлкәнерәк йәштәге эшләп йөрөгән хаҡлы ялдағыларға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу, хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсереү кеүек сикләүҙәр яңынан индерелә башлағайны. Сергей Собянин каникулды өйҙә йәки баҡса йортонда үткәрергә, саф һауаға яҡын-тирәләге паркка ғына барырға, сауҙа үҙәктәренә йөрөмәҫкә, йәмәғәт транспортына ултырмаҫҡа кәңәш итә. Был сараның йоғошло сирҙе кәметеү, балаларҙың һаулығын һаҡлау өсөн бер мөмкинлек булыуын теләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус, пневмония менән ауырыусылар һаны бөтә донъя буйынса артҡандан-арта. Ҡороғорвирустың туҡтағаны ла булманы, әле миҙгел сирҙәренә ҡушылып, тағы аҙа ғына. Үҙебеҙҙең һаулыҡты һаҡларға тырышып, битлекһеҙ йөрөмәҫкә, ҡулдарҙы таҙа тоторға, социаль аралыҡ тураһында ла онотмаҫҡа бурыслыбыҙ.
Читайте нас: