+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
15 Октябрь 2020, 14:47

Ҡороғорвирус ҡотора

Ҡороғорвирус менән сирләүселәр артҡандан-арта. 15 октябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса,республикала һуңғы тәүлектә ковид-19 вирусын тағы 69 кеше йоҡторған. 15 сентябрь менән сағыштырғанда ике тапҡырҙан күберәккә артыҡ.

Пневмония менән ауырыусылар ҙә октябрҙә ныҡ күбәйгән: көн һайын 200-ләгән кеше. 2020 йылдың туғыҙ айында республикала ошо сир арҡаһында 1мең 500 ғүмер өҙөлгән. Былтыр был һан 860 булған.
Эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүе арҡаһында Башҡортостанда уҡыусыларҙың көҙгө каникулын бер аҙнаға алданыраҡ башларға хәл иттеләр. Балалар 4 ноябргә тиклем уҡымаясаҡ, артабан хәлдәр нисек булыр инде, тағы дистанцион формала белем алырға тура килерме? Әлегә белеп булмай.
Һәр кем коронавирустың таралыуына ҡаршы индерелгән сараларҙы теүәл үтәргә бурыслы. Халыҡ күберәк йыйылған урындарҙа булмаҫҡа, социаль аралыҡты һаҡларға, битлекһеҙ йөрөмәҫкә кәрәк. Грипп, киҫкен вируслы респиратор ауырыуҙарға ҡаршы электән билдәле һаҡланыу сараларын оноторға ярамай: ҡулдарҙы һабынлап йыш йыуырға, дөрөҫ туҡланырға, иҙәндәрҙе, шкаф-өҫтәлдәрҙе даими һөртөп торорға...
Күберәк өйҙә ултырырға тура килһә,көнөгөҙҙө файҙалы шөғөлдәр менән үткәрергә тырышығыҙ. Ә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк икәнен беләһегеҙ инде. Ҡороғорвирус мәкерле, әммә бирешмәйек, һаулығыбыҙҙы, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ.
Фото: balakovo-24.ru
Читайте нас: