+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
23 Октябрь 2020, 21:34

Һаҡланыуҙы онотмайыҡ, дуҫтар!

Донъяла коронавирус һәм пневмония менән сирләүселәр һанының көндән-көн артыуы тураһында яңылыҡтарҙан ишетеп, ҡарап бараһығыҙҙыр. Ысынлап та, хәлдәр яҙғы мәл менән сағыштырғанда, күпкә ҡатмарлы икәнен аңлайбыҙ.

Төрлө илдәрҙә был вирусҡа ҡаршы ҡаты саралар, сикләүҙәр индерелә. Беҙҙең республикала ла мәкерле сир менән көрәш бара, төп иғтибар шуға ҡаршы йүнәл­телгән, тиһәң дә була. Уҡыусылар бер аҙна алдан көҙгө каникулға ебәрелде. Әммә балалар ялдарын сирҙән һаҡланыу сараларын теүәл үтәп үткәрһен ине. Бер-берең менән яҡындан ара­лашмаҫҡа тырышырға, урамға сыҡҡанда социаль аралыҡты һаҡларға, сауҙа үҙәктәрендә, йәмәғәт транспортында йө­рөмәҫкә тырышығыҙ, йәме. Битлек ке­йеү иң ҡәтғи талаптарҙың береһе икә­нен онотмағыҙ. Туҡыманан тегелгәнен йыуып үтекләп торорға кәрәк, ә бер тап­ҡыр кейелә тор­ғандарын ике сәғәттән артыҡ йөрөтмәҫкә, эләктергестәренән ге­нә тотоп сисеп, ҡапсыҡҡа һалып ташларға тейешбеҙ. Ҡул­дарҙы һабын менән йыуыуҙың да грипп, киҫкен вирус­лы респиратор ауырыуҙар таралған осор­ҙа мотлаҡ икәнен иҫтән сығармағыҙ.

Йоғошло сир көсәйгән ваҡытта өйҙә ултырыу яҡшыраҡ булыуын аңлайбыҙ. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланыу тураһында ла онотмайыҡ. Ә үҙеңдә сир билдәләре барлығын тойһаң, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт ит, ул ғына тейешлесә дауаланыу өсөн кәңәштәрен бирәсәк.

Республика етәксеһе коллективтарында коронавирус менән сирләүселәр булған театрҙарҙы ябырға ҡушты. Шулай уҡ рес­торандарҙа банкеттар, корпоративтар үткәреү тыйылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында яңы йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлөп, ул декабрҙә тәүге пациенттарын ҡабул итергә тейеш.

Башҡортостандың дүрт белем усағында, өсәр юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеһында коронавирус бармы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн бушлай тикшереү үткәрәсәктәр. Йәғни Өфө дәүләт медицина, нефть-техник, авиация техник университеттарында, статистика, информатика, иҫәпләү техникаһы, архитектура, төҙөлөш, коммуналь хужалыҡ һәм автотранспорт колледждарында, баш ҡалабыҙҙағы 39-cы гимназия, 155-се лицей, 4-cе, 157-cе мәктәптәрҙә осраҡлы рәүештә унар кешене һайлап, уларҙан анализ аласаҡтар ҙа тикшереү өсөн Рәсәй ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын күҙәтеү институттарына ебәрәсәктәр.

Кемдер һыуыҡтар башланыу менән ковид-19 вирусының артҡа сигенәсәген күҙаллай. Өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр, шулай була күрһен инде. Ныҡ ялҡытты бит был ҡороғорвирус.

Каникулығыҙ матур үтһен!ф
Читайте нас: