Беренсенән, ҡулдарҙы һабынлап йыш йыуырға, өйҙә булмағанда антисептик, спиртлы салфеткалар менән таҙартырға. Мебель өҫтәрен, иҙәнде лә зарарһыҙландырыусы шыйыҡса һалынған һыу менән һөртөп торорға. Икенсенән, вирус сирле кеше йүткергәндә, сөскөргәндә йоға, шуға күрә 1,5 метр социаль аралыҡты һаҡлағыҙ. Ҡулығыҙ менән битегеҙгә, күҙҙәрегеҙгә, танауығыҙға теймәгеҙ. Кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа тырышығыҙ. Битлек кейегеҙ: тын юлдарын һаҡлағыҙ. Сәләмәт тормош алып барығыҙ: аҡһым, витаминдарға бай ризыҡтар менән дөрөҫ итеп туҡланығыҙ, йоҡо туйыу, физик әүҙемлек тә кәрәк. Ә инде сирләп китһәгеҙ, табип саҡыртығыҙ.
Ҡыйын булһа ла, әлегә туғандар, дуҫтар менән күрешеүҙе, сауҙа үҙәктәренә, мәҙәниәт сараларына барыуҙы мөмкин тиклем кисектереп тороу һәйбәтерәктер.