-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
31 Октябрь 2020, 11:36
Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе
Гөлсөм – әрпеш ҡыҙыҡай. Үҙен таҙа һәм бөхтә итеп йөрөтөргә йыш ҡына онота. Танауы еүешләнгәс, кеҫәһендә ҡулъяулығы булһа ла, еңе менән генә һөртөп ҡуя. Өҫ, аяҡ кейемдәре тапланһа ла, иғтибар итмәй. Сәсе туҙышып, күҙҙәренә төшөп йөрөһә лә, бер ҙә йәне көймәй. Тыштан ингәс тә, ашар алдынан да ата-әсәһе иҫенә төшөрөп тормаһа, ҡулдарын йыумай ул. Етмәһә, ҡабат-ҡабат киҫәтһәләр, үпкәләй, кәйефе төшә.
Шулай өлкәндәрҙең әйткәненә ҡолаҡ һалмай йөрөй торғас, эсе ҡапыл ауырта башланы. Баҡһаң, әсәһе яңы ғына магазиндан алып ҡайтҡан емеш-еләкте йыумай ашаған икән. Ярай әле ололар эштең айышына шунда уҡ төшөнөп, кәрәкле дарыу бирҙе. Көндәр саҡ ҡына һыуыта башлап, киҙеү мәле етһә, яҡындарының Гөлсөм өсөн ҡоттары оса. Сөнки үҙен-үҙе ҡарарға яратмаған ҡыҙҙы теге йәки был вирус һағалап ҡына тора. Тыштан кергәс тә ҡулдарҙы, танау эстәрен йыуып, бүлмәһен елләтеп, йыш ҡына дымлы сепрәк менән тәҙрә төптәрен һөртөп торорға, иммунитетты нығытыр өсөн спорт менән даими шөғөлләнергә кәрәклеген белһә, аңлаһа ла, кәңәштәргә иғтибар итмәй. Ялҡауы үҙенең алдынан йөрөй инде. Шуға ла тамағы ауыртып, танауы еүешләнеп, йыш ҡына тән температураһы күтәрелгәнлектән, ул хәлһеҙләнеп ауырып ала.
Әле лә табиптар әйткәнде тыңламаһаң, таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәмәһәң, үҙең һәм яҡындарыңдың һаулығы, ғүмере өсөн хәүефле мәл. Сөнки тотош планетабыҙ буйлап тажлы вирус хөкөм һөрә. Урамға сыҡҡанда битлек, бирсәткәләр кейеү, социаль аралыҡты боҙмау, ҡайтыу менән ҡулдарҙы яҡшылап йыуыу ҡурҡыныс сирҙән һаҡланып ҡалырға ярҙам итер. Ауырымайыҡ һәм таҙалыҡ сәләмәтлектең нигеҙе икәнен онотмайыҡ, йәш дуҫтарым!
Эльвира ӘЛИМҒОЛОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.
180-се балалар баҡсаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән