+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
6 Ноябрь 2020, 18:53

Температураң күпме?

Коронавирус менән сирләүселәр көндән-көн күбәйә. Рәсәй Мәғариф министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Сергей Авдеев белдереүенсә, covid-19 вирусын йоҡтороусыларҙың күбеһенең тән температураһы 37,5 градус була икән.

Ҡороғорвирустың билдәләре иҫәбендә хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ, һауа етмәү, тамаҡ, баш ауыртыу, йүткереү бар. Ауырыусыларҙың 50 проценты еҫ һәм тәм тойоу һәләтен юғалта.
Был сир кемдәрҙе генә урап үтер икән? Нисек кенә булмаһын, һаҡланырға кәрәк, битлек режимын үтәргә, ҡул биреп күрешмәҫкә, бысраҡ ҡул менән танау, биткә ҡағылмаҫҡа, лифтҡа инмәҫкә, күмәк кеше йыйылған тамашаларҙы оноторға, файҙалы ризыҡтар ашап, иммунитетты нығытырға... Тағы нимәне оноттоҡ? Үҙебеҙҙең һаулыҡты ҡайғыртайыҡ, дуҫтар.
Читайте нас: