+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
9 Ноябрь 2020, 14:02

Балаларға сауҙа үҙәктәрендә йөрөү тыйыла

Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб менән берлектә республика Башлығы Радий Хәбиров 18 йәшкә тиклемгеләрҙе сауҙа үҙәктәренә индермәү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Атай-әсәйҙәре менән барырға ярай, әммә үҙҙәре генә сауҙа үҙәктәрен ҡыҙырып йөрөргә тейеш түгелдәр. Юғиһә, ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр өсөн баҙар ваҡыт үткәреү урынына әүерелеп китә. Сауҙа, хеҙмәттәр министрлығы яңы ҡағиҙә үтәлешен күҙәтәсәк.
Бынан тыш, республикала 10 ноябрҙән 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция режимы индерелә. Көндөҙ ике сәғәт кенә, 11-ҙән 1-гә тиклем, урамға сығып, магазинға, дарыуханаға барып килергә мөмкин. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров өлкән йәштәге һәм хроник сирле кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе әүҙемләштереү тураһында ла белдергән. "Берҙәм Рәсәй"ҙең штабтары ярҙамында ирекмәнлек эше көсәйтеләсәк.
Фото: Яндекс. Новости
Читайте нас: