+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
11 Ноябрь 2020, 11:26

Тажлы вирус - билдәһеҙ сир

COVID-19 бик мәкерле булып сыҡты, был сирҙең үҙгәреп, әллә ниндәй һөжүм алымдарына күсеүе ихтимал. Кемдер еңел генә үткәреп ебәрә: грипмы, киҫкен респиратор ауырыумы булғанын үҙе лә аңғармай ҡала. Әммә, өлкән йәштәгеләргә генә хәүефле, тиһәләр ҙә, йәш ғүмерҙәрҙе лә аямай бит әле ул. Хроник ауырыуы булған кешеләрҙең өҙлөгөүе бар шул.

Тажлы вирусҡа ҡаршы бөтә донъя менән көрәшәбеҙ. Беҙҙең, йәғни ябай кешеләрҙең, көрәше үҙебеҙҙең һаулыҡты һаҡлау, иммунитетты күтәреү, битлек кейеп йөрөү, социаль аралыҡ һаҡлау, ҡулдарҙы таҙа тотоу кеүек ҡағиҙәләрҙән тора.
Коронавирус менән халыҡтың күпселеге ауырырға тейеш, шул саҡта дөйөм иммунитет барлыҡҡа килә, бер сирләгән кеше оҙаҡ ваҡыт яңынан сирләмәйәсәк, вакцина ғына ярҙам итәсәк... Төрлө фараздар бар. Әммә COVID-19 вирусы билдәһеҙ, үҙгәрергә генә тора, артҡа сигенергә ашыҡмай.
Ил етәкселеге коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы яңы саралар индереп тора. Сир иҫбатланған осраҡта бушлай дарыуҙар менән дә тәьмин итмәкселәр. Бының өсөн Башҡортостанға ғына федераль үҙәктән 151 миллион һум аҡса бүленгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттар, антикоагулянттар, антибиотиктарҙы сирле кешенең өйөнә медицина хеҙмәткәре йәки ирекмәндәр үҙҙәре алып барасаҡ. Был дарыуҙар вирус йоҡторған һәр кешегә барып етер, тик ысынлап коронавирус икәнен асыҡлағансы күп ваҡыт үтеп китмәһә ярай ҙа ул.
Читайте нас: