Римма Үтәшева белдереүенсә, үҙәктә шылтыратыуҙар ҡабул итеүселәрҙән тыш, медицина эксперттары, тәжрибәле белгестәр эшләйәсәк. Улар халыҡҡа профессиональ кимәлдә яуап бирәсәк, кәрәкле ярҙам күрһәтә аласаҡ. Һәр шылтыратыусының ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итеүе тураһында мәғлүмәт, телефоны һаҡланасаҡ, тимәк, мәсьәлә контролдә тотоласаҡ.