Вирус инфекцияһынан зарарланған үпкәне антибиотиктар менән дауаламайҙар. «Табип кәңәш итмәйенсә антибиотиктар ҡулланыу коронавирус инфекцияһын ҡатмарлыраҡ үткәреүгә килтерә. Ашҡаҙан-эсәк юлы, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге боҙола, аллергия барлыҡҡа килә. Икенсе тапҡыр препараттарҙың файҙаһы теймәүе бар», — тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Бына шулай, үҙ белдегең менән дарыу ашарға ярамай, табип ҡушҡандарын ғына ҡулланырға кәрәк. Юғиһә, ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыуың бар.