"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк ойошмаһынан белдереүҙәренсә, республикала автоматлаштырылған колл-үҙәк эшләй башлай. Ундағы робот 146 меңдән артыҡ кешегә шылтыратып, 4 һорау бирәсәк, хәлен һорашып, ярҙам кәрәкмәйме икәнен асыҡлаясаҡ. Һуңынан мәғлүмәт тикшерелеп, һаулыҡ һаҡлау министрлығына, йәшәгән урын буйынса поликлиникаға йәки ирекмәндәргә тапшырыласаҡ. Был автомат шылтыратыуҙар ҡабул итмәй, шуныһын да белеп ҡуйығыҙ.