-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
20 Ноябрь 2020, 17:13

Ҡышҡа ла өмөт юҡ, вирус бирешмәй

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова "Вести" программаһына биргән интервьюһында: "Ҡыш етеү менән коронавирус бирешер, тип өмөтләнеүҙән фәтеүә юҡ, сөнки түбән температура вирустарға тәьҫир итмәй", - тип белдерҙе. Халыҡты бик ҡаты йомош төшмәһә, өйҙән сығып йөрөмәҫкә саҡырҙы.

Рәсәйҙә коронавирус менән бәйле эпидемиологик хәл насарая, ауырыусылар һаны күбәйә. Пандемия ваҡытында индерелгән ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡларға кәрәк. Анна Попова битлек режимы, социаль аралыҡ һаҡлау, ҡулдарҙы даими йыуыу тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртте.
Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә бөтәһе 2 миллиондан ашыу кеше коронавирус менән ауырыған. Һуңғы тәүлектә генә ковид-19 вирусын 23 610 кеше йоҡторған. Был пандемия барышында иң күбе...
Читайте нас: