Табип-инфекционист Георгий Викулов белдереүенсә, Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәр һанының кәмемәүе, илдең һаман платоға сыҡмауы ҡайһы бер кешеләрҙең пандемиянан һаҡланыу өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүенә бәйле. Битлек, бирсәткә кеймәү, социаль аралыҡты һаҡламау вирус йоғоуға килтерә. Был ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаусылар менән аңлатыу эше алып барырға кәрәк, бер ни ҙә килеп сыҡмаһа, штраф күләмен арттырырға, тигән Викулов Спутник радиоһына биргән интервьюһында.
Ни тиһәң дә, һаҡланып йөрөргә кәрәк, һаҡланғанды Алла һаҡлай, тигән һүҙҙәрҙе онотмайыҡ.