-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
26 Ноябрь 2020, 12:14

2022 йылға тиклем битлектә йөрөргә

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова "Яңы коронавирус инфекцияһын (covid-19) иҫкәртеү тураһында"ғы ҡарарға үҙгәрештәр индергән. Ошо йылдың майында сыҡҡан документта коронавирусты булдырмау буйынса профилактик сараларҙы 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем үтәргә тейеш инек, хәҙер 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды.

Тимәк йәмәғәт урындарында - битлек, банк, нотариуста бирсәткәләр ҙә кейеү, социаль аралыҡ һаҡлау, эш урындарында температура үлсәү, дезинфекция үткәреп тороу, мәғариф учреждениеларында ҙур саралар уҙғармау, сирләүселәр менән бәйләнештә булғандарҙың мотлаҡ үҙизоляцияға китеүе кеүек ҡағиҙәләрҙе тағы бер йылдан ашыу үтәйәсәкбеҙ әле. Шулай итмәй сара юҡ.
Читайте нас: