-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
16 Декабрь 2020, 11:50

Ауырыһаң, мәктәпкә барма

Донъяла ҡороғорвирус менән ауырыусылар һаны 73 миллионға еткән, үлеүселәр - 16,7 миллион.

Республикала ла хәлдәр шәптән түгел. Үткән тәүлектә генә лә 155 кеше сovid-19 вирусын йоҡторған. Бигерәк тә Туймазы, Бәләбәй, Мәләүез райондарында, Өфөлә күптәр.
Уҡыусылар икенсе аҙна инде мәктәптәренә йөрөп уҡый. Һыуыҡ тейеү, инфекция эләктереү билдәләре һиҙелһә, уҡырға барырға ярамауы тураһында барыһы ла иҫкәртелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға етди ҡарамаусылар ҙа етерлек: ауырыуҙарына ҡарамаҫтан, ниңәлер өйҙә генә ултырмайҙар. Тиҫтерҙәренә, артабан уларҙың атай-әсәйҙәренә, өлкән кешеләргә вирус йоғоуы тураһында уйламайҙар. Хәйбулла районында бер уҡыусы коронавирус менән ауырыһа ла, мәктәпкә йөрөгән. Медицина хеҙмәткәре күҙәтеү алып бармаған, тейешле журналға уҡыусының covid-19-ҡа анализы ыңғай һөҙөмтә күрһәтеүе тураһында яҙып ҡуймаған. Һөҙөмтәлә, уға суд тарафынан 7,5 мең һум күләмендә штраф һалынған.
Читайте нас: