+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
16 Декабрь 2020, 12:32

Яңы йылға ниндәй тәмлекәстәр һайларға?

Яңы йыл яҡынлаша, тимәк, балалар араһында ашҡаҙан-эсәк, аллергия ауырыуҙары ла күбәйә, тигән һүҙ. Сөнки улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙға күпме тәм-том ашарға тура киләсәк! Балалар баҡсаһынан йә мәктәптән, атайҙың эшенән, әсәйҙең эшенән бирһәләр, тағы туғандар ҙа бүләк итһә...

Ярай ҙа, ул тәмлекәстәрҙе нимәнән бешерелгәненә ҡарап, үҙебеҙ алһаҡ, күп осраҡта әҙер бүләктәрҙе алабыҙ бит. Ә хәҙер элекке кеүек тәбиғи, зарарһыҙ ингредиенттарҙан торған аҙыҡ-түлек магазин кәштәләрендә бик һирәк осрай. Ниндәй тәмлекәстәр һайларға һуң? Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт халыҡҡа бер нисә ҡағиҙәнән тайпылмаҫҡа кәңәш итә. Әлбиттә, күптәр аҙыҡ-түлекте һатып алыр алдынан бер аҙ төргәк, ҡап тышында нимә яҙылғанын, яраҡлылыҡ ваҡытын, ҡайҙа сығарылғанын һәм башҡаларҙы тикшерәлер. Ризыҡта тәм һәм еҫ көсәйтеүсе матдәләр, Е200, Е202, Е210, Е249 консерванттары, синтетик буяғыстар, яһалма һәм пальма майҙары булырға тейеш түгел.
Һатып алыусының үтенесе буйынса һатыусы Яңы йыл бүләге эсенә һалынған тәм-томдоң сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһында документты күрһәтергә бурыслы. Балалар әйберҙәренең сифаты һәм хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең ҡыҙыу бәйләнеш телефонына бушлай шылтыратырға мөмкин: 8 800 555 49 43.
Фото: Роспотребнадзор сайтынан.
Читайте нас: